Мотоспортсыны автомобиль аяманы18.12.2018
Республика мотоспорты ауыр юғалтыу кисерҙе. Каменск-Уральский ҡалаһында уҙған боҙло спидвей буйынса Рәсәй чемпионатының ярымфинал уйындарынан ҡайтып килгәндә, юл-транспорт фажиғәһендә был бәйгенең еңеүсеһе Игорь Кононовтың атаһы Александр Кононов вафат булды. Авария 16 декабрҙә М5 трассаһында теркәлә. Игорь иһә аяғын һындыра.

Александр Кононов үҙ ваҡытында республиканың иң көслө ҡыуыусыһы була, күп тапҡырҙар мотокросс буйынса республика чемпионаттарында еңә. Карьераһын тамамлағас, бар көсөн улын спортсы итеп тәрбиәләүгә һала.

2015 йылдан алып Игорь Кононов Тольяттиҙың "Мега-Лада" клубы өсөн сығыш яһай. Был ваҡыт эсендә ул бик күп чемпионаттар еңеүсеһе булыуға өлгәшә. Барлыҡ ярыштарҙа ла Александр Кононов улы янында була һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Александр Кононовтың фажиғәле вафаты Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй мотоспорты өсөн дә ауыр юғалтыу. Улының һәм барлыҡ туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Игорға тиҙерәк төҙәлеп, спортҡа ҡайтыуын теләйбеҙ.




Вернуться назад