Ҙур өмөт менән йәшәйбеҙ.Йәнебеҙҙе ҡыйғаны шул:
Бөтөргәндәр ауылдарҙы.
Бөтөрһәләр ҙә ауылдарҙы,
Ҡоротмайыҡ тамырҙарҙы.
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында 1963 – 1965 йылдарҙа башҡорт ауылдары бөтөрөлгән. Иҫ китмәле матур тәбиғәте, эсәр һыуҙары булған ауылдар юҡҡа сыҡҡан. Әбелкин, Әптекәй, Әбделмән, Сыбыш, Мишәкәй, Ҡуйсан, Үртәй һәм башҡа ауылдар тарихта ғына ҡалды.
Мин Әбелкин ауылында 1956 йылда тыуғанмын. 1964 йылда Оло-Солтан тигән башҡорт ауылына күсеп киттек. Күптәр Преображенканы һайланы. Йылдар үтә торҙо, кендек ҡаны тамған ер үҙенекен итә икән ул. Беҙҙең быуын балалары ла етенсе тиҫтәне ваҡлай. Уйланым да, уйҙарымдың осона сыҡмай, бер ҡарарға килдем. Нисек инде ул беҙҙең тарих юҡҡа сығырға тейеш? Беҙ үҙебеҙҙең үткәндәрҙе, тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, аш-һыуҙарыбыҙҙы, милли кейемдәребеҙҙе һаҡлап, яҡлап ҡалырға бурыслы. Балаларыбыҙға, киләсәк быуыныбыҙға күрһәтеп, өйрәтеп ҡалырға тейешбеҙ.
2014 йылда телефон, интернет аша бәйләнешкә сығып, юҡ ауылымда Тажетдин ҡартатайымдың нигеҙендә ҡаҙандар аҫып, аштар бешереп, самауырҙар ҡайнатып аят уҡыттым. Туғандарым, ҡоҙа-ҡоҙасалар бик ҙур ярҙам иттеләр, уларға рәхмәтлемен.
Киләсәктә лә, тура килгәндә, осрашып торорға тип һөйләштек. Һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан ауылдарға стела ҡуялар. Беренселәрҙән булып стела 2017 йылда Бурлайғыр ауылында ҡалҡып сыҡты. Сыбыш, Мишәкәй һәм Әбелкин ауылдары әүҙемселәре ҡушылды. Үҙ көстәребеҙ менән хәлдән килгәнсә, аҡса йыйып, дәррәү тотондоҡ. Ил төкөрһә — күл була, тигән башҡорт мәҡәле бар, шулай итеп, тәүәккәллек еңде! Ҡалҡып сыҡҡан стелалар беҙҙең юҡҡа сыҡҡан ауылдарыбыҙҙың визиткаһы булып мәңгегә ҡаласаҡ. Дөрөҫ эшләнек тип уйлайым. Бигерәктә ир-заттың ярҙамы ҙур булды. Оло-Солтан ауылында йәшәгән 79 йәшлек Марс Тажиев, Ғәбдрәшит Тажиев, Ғәбдрәүеф Тажиев, 79 йәшлек Хәмит Тажиев ағайым, Исмәғилйән Ғәликәев, Фуат Ғәликәев Преображенка ауылынан. Әлбиттә, ауыл Советы рәйесе Закирйән Рамазанов атаһы Мәхмүт ағай.
1900 йылдарҙа был ерҙәрҙә Тажетдин ҡартатайым беренселәрҙән булып килеп нигеҙ ҡорған. Тажетдин ҡартатайыбыҙ әүлиә булған. Инәйемдең һөйләүе буйынса, Троицкиҙан, Златоустан, Силәбенән дауаланырға килгәндәр. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Һуғыш сыҡҡанда, инәйемә 13 йәш булған. Ҡатындар, балалар иңенә төшкән ауыл яҙмышы. Инәйем буйға бәләкәй булған. Һигеҙ саҡрым алыҫлыҡҡа көйәнтә менән иген ташығандар, көйәнтә ергә тейеп бойҙай түгелә ине, эй, балаҡайҙарым, ҡыҙҙарым, тип баштан һыйпап көрһөнөп ҡуя ине бригадир бабай 15-16 йәшлек ҡыҙҙар тракторға ултырғанға, үгеҙ менән дә ер һөргәнгә ҡарап, тип хәтерләгәне иҫтә инәйемдең.
“Һуғыштан һуңғы йылдарҙа гектарынан” 60 центнер иген алғаныбыҙ ҙа булды”, – тип һөйләй Марс ағайым.
Хәтерләүемсә, миңә сама менән биш йәш булғандыр, иртәнге сәғәт 5-тә Тажиев Хәмит ағайым свет бирә ине. Һөйләүҙәре буйынса, тракторҙың моторын ебәргән һәм тауышы ишетелеп торған. Ауылыбыҙҙа бер магазин, дүрт йыллыҡ мәктәп бар ине, һуңынан Оло-Солтанға йөрөп уҡыныҡ.
Бөгөн дә беҙ ҙур өмөттәр менән йәшәйбеҙ. Бөткән ауылдарыбыҙ яңы һулыш алып ҡалҡып сығыр тип. 60 центнер гектарынан уңыш алып, мал үрсетеп йәшәрбеҙ, ышанабыҙ. Амин, шулай булһын! Донъяларға тыныслыҡ, именлек, шатлыҡтар теләйем. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, кем белә, киләсәктә, бәлки, халыҡ киреһенсә үҙенең юғалған, төпкөл ауылдарына ҡайтып йәшәр!..