Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла абайламанылар. Өлкәндәрҙе шәйләрлек хәлдә түгел инеләр шул, сөнки балалар “Уйын” исемле ҡыҙыҡлы донъяға ҡунаҡҡа саҡырылған. Малай-ҡыҙҙарҙың һауа йәки һыу, шулай уҡ көтмәгәндә ер тип ҡысҡырыуынан бүлмә гөрләп тора. Мәҫәлән, кемдер һыу һүҙен әйтеүгә, бүтәндәр балыҡты һынландырырға бурыслы, һауа икән – ҡошто, ер тиһә, ниндәй ҙә йәнлекте күрһәтергә тейеш.
Иглин ауылындағы 1-се “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фидания Рафиҡованың һүҙҙәренә ҡарағанда, кескәйҙәрҙе һәр төрлө сараға ылыҡтырыу һис кенә лә ауыр түгел, сөнки һәр береһе әүҙем, теремек һәм шаян. Әле хәрәкәтсән уйындарҙың береһе “Һыу, һауа, ер” бара, уны күпме уйнаһаң да ялҡытмай.
Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа асыҡ сағыла, тибеҙ. Эш тураһында һүҙ алып барғанда, ул айырыуса яҡшы тойомлана. Фидания Салауат ҡыҙы ике мөхиттә – ҡала һәм ауыл балалар баҡсаларында хеҙмәт күрһәткәс, айырманы биш бармағылай белә. Әйткәндәй, ул байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге белем усағында эшләгән. Малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡайҙа ла бер булыуына иғтибар иткән әңгәмәсем, улай ғына ла түгел, һәр береһенә тигеҙ ҡараш тәрбиәләүҙе башта үҙеңдән башларға кәрәк икәнде аңлаған.
– Килешәйек, ҡалала һәр ата-әсә тиерлек улын булһынмы, ҡыҙын тиһеңме, садиктағыларҙан тыш ситтәге бейеү, йыр түңәрәктәренә йәки спорт секцияһына бирергә тырыша, ундайҙарға маҡтауҙан башҡа ни әйтәһең, – тип һөйләй Фидания Рафиҡова. – Ысынлап та, бында өлкәндәр талапсан да, ныҡ иғтибарлы ла. Ә бына ауылда хәлдәр икенсерәк. Ата-әсәләрҙең эше күпме, ваҡыттары тығыҙмы, балаларына шөғөлдө үлсәп кенә бүләләр. Кемдер әйтә бит, кескәйҙәрҙең бала саҡ осорон урларға ярамай, башҡа эштәр менән күмергә ярамай, тип. Бәлки, был алым да дөрөҫтөр.
Фидания Рафиҡова Нуриман районының Сураш ауылында тыуып үҫкән, ире Самат Хәмиҙулла улы менән Элина менән Кәрим исемле балалар үҫтерәләр.
Ябай ғына тәрбиәсенең алмаш әҙерләү, лайыҡлы шәхес тәрбиәләү кеүек донъя хәстәре менән яныуы һоҡландыра. Алмаш тигәндән, был турала уның фекере ҡыҙыҡлы.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигән кеүек хәҙер алмаш әҙерләү өр-яңы талаптар ҡуя, – ти әңгәмәсем. – Кибернетика осоронда ғүмер итәбеҙ. Элек өлкәндәрҙең “хәҙерге балалар вуз тамамлап тыуа” тигәненә аптырап ҡарай торғайным. Полиглот инглиз, француз һәм башҡа сит телдәрҙе һыу кеүек эсә, тиҙәр бит, шуның шикелле, бар шундайҙар, кеҫә телефоны, планшет менән иркен идара иткәндәр. Минеңсә, киләсәк быуын беҙгә ҡарағанда ла башлыраҡ, белемлерәк, ғөмүмән, көслөрәк булыр.