Уларҙың лайыҡлы көнкүреше өсөн бөтә әйберҙәре лә бар, кейем-һалымы ла, тәмле аш-һыуы ла, эргәләрендә хәстәрлекле, ярҙамға әҙер тәрбиәселәре лә. Ә капиталь ремонттан һуң Балалар йортонда йәшәү шарттары күпкә яҡшырған. Дауалау-сәләмәтләндереү, социаль-психологик реабилитациялау буйынса мөһим эштәрҙе атҡарыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Бер нисәһен генә һанап китәйек: сенсор, Монтессори кабинеттары, музыка һәм дауалау физкультураһы залдары. Иң мөһиме – бөтәһе лә заманса кимәлдә. Ә балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәр менән осрашыу өсөн айырым фатир бар.
Сабыйҙар өсөн тыныс, хәстәрлекле мөхит, уңайлы шарттар булдырылған, яңы йыһаздар менән тулыландырылған.
Балалар – Бөтә Рәсәй “Изгелек йондоҙлоғо” конкурсы лауреаттары ла.
* * *
Балалар йортона яңы тыуған сабыйҙарҙан алып дүрт йәшкә тиклемге балалар ҡабул ителә. Уларҙың 30 процентын йыл да инвалид сабыйҙар тәшкил итә. Бөгөн бында шундай 36 бала тәрбиәләнә. Тағы ла бер үҙенсәлеге бар йорттоң: ул республикала ВИЧ-инфекциялы әсәйҙәрҙән тыуған балалар тәрбиәләнгән берҙән-бер учреждение. Бөгөн бында 126 бала сит-ят кешеләрҙең күңел йылыһын, көндәлек хәстәрен тойоп үҫә.