Үҙебеҙ өлгө күрһәтәйек!24.05.2012
Һуңғы осорҙа “Башҡортостан”дың йөкмәткеһе үҙгәреүенә ғаиләбеҙ менән ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. “Юрист кәңәштәре”, “Халыҡ тауышы” кеүек яңы рубрикалар асып, ҡайһылай шәп иттегеҙ! “Өлгөрбай яҙмалары”н да көлә-көлә уҡыйбыҙ. Һәр шәмбе сыҡҡан ял бите лә фәһемле.
Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәс, “Башҡортостан” гәзитен алдырмаған ваҡытты хәтерләмәйем. Үҙем дә гел яҙышып торҙом, хатта төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бер нисә тапҡыр еңеп тә сыҡтым.
Бына йәнә гәзит һәм журналдарға яҙылыу осоро башланды. Ҡәҙерле уҡытыусылар, яҙылайыҡ, уҡыйыҡ үҙебеҙҙең гәзитте. Республикабыҙҙың төп гәзитен алдырмай тороп, нисек инде балаларға тәрбиә хаҡында һөйләмәк кәрәк. Иң тәүҙә үҙебеҙ өлгө күрһәтәйек!
Флүрә ХӘЛИЛОВА,
“Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе.


Вернуться назад