Мәскәүҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса үткән IV милли чемпионат һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостандан “Абилимпикс-2018” чемпионатында 40 кеше ҡатнашты, уларҙың барыһы ла төбәк этабының еңеүселәре һәм призерҙары.
Уҡыусылар, студенттар һәм белгестәр, 25 йүнәлеш буйынса сығыш яһап, командалар ярышында икенсе урынды яуланы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша команданы уңышлы сығышы менән ҡотланы: “Абилимпикс тип аталған уникаль Рәсәй беренселегендә Башҡортостан командаһы икенсе урынды алды. Әгәр ҙә һеҙ уның хаҡында элек белмәгән булһағыҙ, көслө һәм ғәҙәттән тыш һәләтле кешеләр менән танышыуға аҙ ғына ваҡытығыҙҙы бүлегеҙ. Командабыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайым һәм уға ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт!”
Номинацияларға күҙ һалыу менән генә лә ярышта күп төрлө һөнәр оҫталарының ҡатнашыуын күрергә мөмкин: “Веб-дизайн”, “Энәләр менән бәйләү”, “Художестволы дизайн”, “Нәшриәт эше”, “Робот техникаһы”, “Башланғыс кластар уҡытыусыһы”, “Программалы тәьмин итеү”, “Бисер үреү”...
Уҡыусылар категорияһында Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы (“Туризм”), Өфөләге 92-се коррекция мәктәп-интернаты (“Нәшриәт эше”), Илеш коррекция мәктәп-интернаты (“Художестволы дизайн”), Өфөләге 97-се (“Ашнаҡсылыҡ”) һәм 13-сө коррекция мәктәп-интернаттарының эше иғтибарға лайыҡ булды.
Белгестәр категорияһында Гүзәл Исмабаева (“Тегенсе”) һәм Альбина Ключниковаға (“Художестволы дизайн”) тиңдәр табылманы.