Ҡасан ял итеү отошло?18.12.2018
“Минең хеҙмәт стажым ҙур түгел, шуға күрә ҡайһы бер нескәлектәрҙе белеп бөтмәйем. Ҡасан отпуск алыу отошлораҡ – ял көндәре ифрат күп булған май айындамы, әллә “ҡыҙыл көн”дәр билдәләнмәгән июль, август айҙарындамы?
Азалия Н.
Стәрлетамаҡ районы”.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Роза Кузьменко гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына яуап бирҙе: “Байрамдар отпуск көндәре һанына инмәй һәм уның өсөн түләнмәй ҙә. Ни тиклем күберәк ял итәһегеҙ, шул тиклем эш хаҡын аҙыраҡ аласаҡһығыҙ, шуға күрә эш көндәре күберәк булған айҙарҙа отпуск алырға тырышығыҙ. Был осраҡта эш көндәре лә, хеҙмәт хаҡы ла күберәк буласаҡ”.


Вернуться назад