2019 йылдың 1 ғинуарынан эшһеҙ граждандар өсөн түләнеүсе пособиеларҙың минималь һәм максималь дәүмәле артасаҡ. Был – 2009 йылдан алып тәүге тапҡыр түләүҙәрҙең артыуы.
Хәҙер эшһеҙ тип рәсми теркәлгән граждандар элекке 850 һум урынына – 1500, 4900 һум урынына 8000 мең һум аҡса аласаҡ. Урал коэффициенты менән пособиеның минималь күләме – 1725, максималь күләме 9200 һумға етәсәк. Яңы йылдан тәүге тапҡыр пенсияға сығыу алдында торған граждандар өсөн дә эшһеҙлек буйынса пособие түләү индерелә. Улар өсөн минималь пособие – 1500, максималь пособие 11280 һум тәшкил итәсәк.