Инвалидлыҡ билдәләү ябайлаштырыла18.12.2018
Рәсәйҙә инвалидлыҡ билдәләүҙе ябайлаштырырға уйлайҙар. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы медицина учреждениеларынан медик-социаль экспертиза бюроһына мәғлүмәт тапшырыуҙы автоматлаштырырға ниәтләй. Ябайлаштырыу шулай уҡ №088/у-06 формаһына – йүнәлтмә өсөн төп документҡа ла ҡағыласаҡ. Әлегә Рәсәйҙә инвалидлыҡ билдәләү күп ҡағыҙ йыйыуҙы һәм ваҡыт сарыф итеүҙе талап итә.

Яңылыҡтар ҡабул ителһә, үҙгәрештәр ауырыуҙарҙың хәлен нисек еңеләйтер? Әле Рәсәйҙә 12,5 миллиондан ашыу инвалид теркәлгән. Һәр береһе инвалид­лыҡ төркөмөн билдәләү өсөн ете-һигеҙ табипты үтеп, белешмә йыйған, аҙаҡ бүлек мөдиренән йәки баш табиптан раҫлатҡан. Бынан һуң медицина картаһы һәм обходной ҡағыҙы бөтә өҫтәмә белешмәләр менән медик-социаль экспертиза бюроһына тапшырыла. Ҡағиҙә булараҡ, ай дауамында кешегә комис­сияның ҡабул итеү көнөн билдәләйҙәр. Тап ошонда һинең артабанғы яҙмышың хәл ителә.

Инвалидлыҡ билдәләү процедураһын еңеләйтеү тәҡдиме менән 2018 йылдың ғинуарында Рәсәй Президенты В. Путин сығыш яһағайны. Унан алда дәүләт етәксеһе, йәмәғәт ойошмалары вәкил­дәре менән осрашып, мәсьәләнең айышына төшөнгәйне. Инвалидтар билдәле ваҡыттан һуң яңынан комиссия үтергә бурыслы. II һәм III группа билдәләнгәндәр – йыл һайын, ә I группалағылар ике йыл һайын тикшеренеү үтә. Ҡаты сирлеләр өсөн ошондай ҡат-ҡат тикшеренеүҙәр үтеү ауыр һынауға әүерелде. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры М. Топилин әйтеүенсә, тәүге тапҡыр даун, фенилкетонурия, балалар церебраль фалижының ауыр формалары, нәҫел һәм иммун сирҙәре, һуҡырлыҡ һәм һаңғыраулыҡ кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт иткәндә, срокһыҙ инвалидлыҡ тәғәйенләү – медик-социаль эксперти­заның бурысы.

Сирҙең ауырлыҡ дәрәжәһенә ҡарап комиссия инвалидлыҡ группаһын билдәләй. Категорияны билдәләү тәртибе, шулай уҡ уның һөҙөмтәһенә дәғүә белдереү Хөкүмәт ҡарарында күрһәтелгән. Комиссияның ҡарары менән риза булмаған хәлдә Баш бюро бәхәсте хәл итә. Бының өсөн ай эсендә ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк. Баш эксперт комиссияның яңы составын раҫлағас, ҡабаттан ултырыш үткәрелә. Баш бюроның ҡарарына риза булмағанда мәсьәләне бары өҫтәге инстанция – Федераль бюро хәл итә. Дәғүәсенең ғаризаһы бер ай эсендә ҡаралырға тейеш. Шулай уҡ Бюроның хөкөмөнә дәғүәләрҙең судта ла ҡаралыуы мөмкин.

Инвалидтарҙың хоҡуғын сикләгән тағы бер нәмә бар: илдә әлегә тиклем бойон­дороҡһоҙ медик-социаль экспертиза булдырылмаған. Шуға күрә күптәр үҙҙә­ренә ҡуйылған инвалидлыҡ группа­һына риза булмай дәғүәләрен белдереп ҡара­ғанда төрлө ҡаршылыҡтарға осрай. Юристар ҙа әлегә инвалидлыҡ билдә­ләгәндә етешһеҙлектәр булыуын йәшермәй.

“Мәҫәлән, табип сирҙең атамаһын яҙғанда уның ауырлыҡ дәрәжәһен, нисек үтеүен күрһәтмәй. Ҡайһы бер сирҙәрҙә ошо бәләкәй, әммә мөһим деталдәр категорияны дөрөҫ билдәләүгә ярҙам итә. Шуға күрә район комиссияһының эшенә дәғүә белдергәндә белгестәрҙең ни сәбәпле ошо ҡарарға килеүен асыҡларға кәрәк. Ғәҙәттә, табиптар был хаҡта аңлатып тормай. Тикшереү үткәреү тураһындағы протоколдың күсермәһе генә хәлгә асыҡлыҡ индерә ала. Был документта аныҡ рәүештә ни өсөн теге йәки был инвалидлыҡ группаһы бирелеүе күрһәтелә”, – тигән аңлатма бирә “Перспектива” белгестәре.


Вернуться назад