“Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, 2019 – 2024 йылдарҙа республикала пенсияға сығыу алдында торған һәм пенсия йәшендәге өлкәндәрҙе профессиональ уҡытыу буйынса киң ҡоласлы эш башланасаҡ.
Әгәр үткән осорҙа Халыҡтың мәшғүллеге үҙәктәрендә йыл һайын 200-гә яҡын кеше яңы һөнәр алһа, хәҙер уларҙың һаны 1480-гә етәсәк. Ғөмүмән, алты йыл эсендә 8880 кешене уҡытыу, һөнәргә өйрәтеү күҙаллана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсияға сығыу алдындағы граждан тип пенсияға сығыу йәшенә биш йыл ҡалған кеше иҫәпләнә.
Ошо маҡсатҡа йыл һайын 108,8 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Шуның 103,4 миллионы – федераль бюджеттан, ҡалғаны – республика ҡаҙнаһынан. Граждандарҙы ниндәй һөнәр алыу буйынса уҡытасаҡтар?
Һөнәрҙәр исемлеге әҙер. Ул хеҙмәт баҙарын өйрәнеп, белгестәргә ихтыяжды күҙ алдына килтереп, анализ һөҙөмтәһендә әҙерләнгән. Өҫтөнлөклө 113 һөнәр исемлегендә кондитер, икмәк бешереүсе, кондуктор, диспетчер, кассир, ландшафт дизайнеры, машинист, йәшелсә үҫтереүсе, токарь, электр менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа эшсе һөнәрҙәр бар. Һөнәргә өйрәтеү өсөн уртаса өс ай ваҡыт талап ителә. Программала ҡатнашҡан һәр кемгә сығымдар 34 мең 600 һум күләмендә билдәләнгән. Өҫтәүенә өлкәндәр ай һайын 11 мең 280 һум күләмендә стипендия аласаҡ.