Хаҡлы ялдағыларҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү – иң тәьҫирле юл.Өлкән йәштәгеләрҙең һаны артыуы дәүләт алдына стратегик бурыс ҡуя – уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу. Республикала 2017–2020 йылдарға иҫәпләнгән төбәк саралар планы ла эшләнгән. Ул өлкән быуындың бөтә тормош эшмәкәрлеген сағылдырған ете өҫтөнлөклө йүнәлеште үҙ эсенә ала.
Яңыраҡ Өфөлә үткән һуғыш ветерандары, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының IV пленумында ошо хаҡта эшлекле һөйләшеү булды. Һуңғы демографик мәғлүмәттәргә ярашлы, донъяла һәр унынсы кеше 60 йәштән өлкән, ә күҙаллауҙар буйынса 2050 йылда һәр бишенсе кеше ошо йәштә буласаҡ.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников әйтеүенсә, 2017 йылда илдә уртаса ғүмер оҙайлығы тарихи 72,5 йылға етте. Республикабыҙҙа ла илдәге кеүек өлкәндәр һаны арта, 2010 йылда уларҙың өлөшө 19,8 процент тәшкил итһә, быйыл ул 24 процентҡа етте. Киләһе ун йылда уларҙың 27 процентҡа етеүе күҙаллана.
Министрлыҡ етәксеһе ете йүнәлештең һәр береһенә ентекле туҡталды. Әлеге көндә 200 меңдән ашыу пенсионер (хаҡлы ялдағыларҙың 20 проценты) төрлө тармаҡта эшләй. Ошо йылдың ун айында эш эҙләп пенсия алдында торған 9718 граждан Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән (61 процентҡа яҡыны урынлаштырылған).
– Эшһеҙҙәрҙе һәм пенсионерҙарҙы профессиональ уҡытыу халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә – иң тәьҫирле юл, – тине Юрий Мельников. – Быйылғы туғыҙ айҙа 111 пенсионер һәм пенсияға сығыу алдында торған 80 кеше һаҡсы, оператор, ашнаҡсы һөнәрҙәренә уҡытылған. Муниципаль программаларға ярашлы, меңдән ашыуы өҫтәмә белем алған. Айырыуса Нефтекама, Бөрө, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Дүртөйлө, Мишкә, Кушнаренко, Туймазы һәм Хәйбулла райондары был эштә әүҙемлек күрһәтте.
Социаль хеҙмәтләндереүҙең төрлө заманса формаларын үҫтереү буйынса республика алдынғылар сафында. Хеҙмәтләндереүгә мохтаж һәр кем тулыһынса тәьмин ителгән тип әйтергә мөмкин.
Социаль туризм программаһынан файҙаланырға теләүселәр артҡандан-арта. Быйыл бер меңгә яҡын граждандың ялын йөкмәткеле итеп ойоштороу ҡаралған. “Мин һине яратам, тормош!” тип аталған фестиваль республика мәҙәниәт тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде. “50 плюс” күргәҙмә-форумын йыл да үткәреү көтөп алынған матур йола.
Ете йүнәлештән торған республика программаһы, һис һүҙһеҙ, оло кеше тормошона ҡағылған финанс менән тәьмин итеү, мәғлүмәт биреү, һөнәргә өйрәтеү, эшкә урынлаштырыу, өҫтәмә белем биреү, хеҙмәт йәрминкәләре ойоштороу, кәңәшсе-тәрбиәсе институты булдырыу кеүек күп яҡлы мөһим эштәрҙе үҙ эсенә алған. Хаҡлы ялдағыларҙың йә иһә пенсияға сығыу алдында торған кешеләрҙең билдәләнгән йүнәлештәрҙә әүҙемлегенә, ауырлыҡтарҙа албырғап ҡалмай, ветерандар хәрәкәтендә ҡатнашыуына, яңы һөнәрҙәр үҙләштереп, хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмауына өмөт тотабыҙ.