Рәшиҙә Солтанова – союз рәйесе18.12.2018
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе итеп йәнә Рәшиҙә Солтанова һайланды. Ул ойошмаға һуңғы 20 йыл дауамында етәкселек иткәйне. Конференцияла президиумдың һәм ревизия комиссияһының яңы составы һайланды. Рәшиҙә Солтанова Өфөлә һәм райондарҙа Атайҙар советтарын ойоштороуҙы һуңғы ваҡыттағы мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе тип атаны.

– Үҙебеҙҙең хәрәкәткә атайҙарҙы йәлеп итә алыуыбыҙ, ғаилә проблемаларына иғтибарҙы арттырып, бөгөн уларҙың берләшеүе, әүҙем эшләүе – бик яҡшы күренеш. Әле 44 районда ошондай советтар ойошторолдо. Ҡалған райондарҙа ла март айына тиклем эш башланыр тип ниәтләйбеҙ, – тине ул.


Вернуться назад