Бала сағым хәтирәһе24.05.2012
“Башҡортостан” гәзитен ҡулыма алған һайын томан эсендә ҡалған бала сағыма әйләнеп ҡайтам. Атайым Әхмәтшәрип Шәйғиғәлләм улы Йәғәфәров (эш урынында фажиғәле мәрхүм булды) йәшәгән ғүмер дәүерендә Почет таҡтаһынан төшмәне, район ауыл Советы депутаты итеп һайланды.
Көноҙоно малсылыҡ эшенән һуң ҡайтып, ҡулына иң беренсе “Башҡортостан” гәзитен алыр, һәр мәҡәләне ентекләп өйрәнер, ҡайһыларын ҡысҡырып уҡып ишеттерер булды. Өйөбөҙгә ҡарт-ҡоро килеп, илдәге хәл-ваҡиғалар, бигерәк тә сәйәсәт өлкәһендәге яңылыҡтарҙы һорашырҙар ине. Миңә 10 йәштәр самаһы булғандыр, һуғыш ветераны Сәхәм Ғәлиуллин ағайҙың урындығыбыҙ өҫтөнә аяҡтарын бөкләп һөйләшеүе хәтеремдә ҡалған:
— Әхмәтшәриф, Хрущев кәзәләрҙе бөтөрөргә ҡушҡан, ти, ни эшләтәйек, шул дөрөҫмө?
— Эйе, дөрөҫ. Ҡайһы берәүҙәр бөтөрҙө лә инде.
— Нимә тип яҙылған? Былай ҙа яңғыҙ һыйырҙан башҡа мал юҡ. Ни эшләтәйек?
— Әллә инде, бер-ике ай тороп тормайыҡмы?
— Әйҙә шулайтайыҡ, сельсоветҡа саҡыртып тормаһалар.
Сәхәм ағай йыш-йыш килеп, донъяуи хәлдәр менән ҡыҙыҡһына торҙо.
— Хрущев кәзәләрҙе бөтөрмәҫкә ҡушҡан, — тип уҡып ишеттерҙе атайым, бер-ике ай үткәс.
— Улай ҙа ғына һуймағанбыҙ, — тип ағай эй ҡыуанды. — Ҡасан коммунизм төҙөйбөҙ, яҙылмағанмы шунда, уныһы нисек була? — тип яуап көттө.
— Мәгәзиндә бөтә нәмә лә буш була, аҡса ла кәрәкмәй, яҙҙырабыҙ ҙа алабыҙ.
— Ҡалай һәйбәт булыр ине, исмаһам, бер рәхәтлек күрер инек. Ошо Ярмания теңкәне ҡоротто бит, йотатты, — тине, ауыр һулап. — Америка ни хәлдә?
Элекке замандарҙағы кеүек баҫма әле лә мөһимлеген, ижтимағи-сәйәси яҡтан фәһемлеген юғалтмаған. Атай-әсәйемдең тоғро дуҫына, кәңәшсеһенә әүерелгән гәзитте йыл да алдырырға тырышам.
Зөһрә БӘШӘРОВА,
хеҙмәт ветераны.
Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.


Вернуться назад