Мәҙәниәт һарайы яңыртылды18.12.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов Красноусол ауылында яңыртылған район мәҙәниәт һарайын асыуҙа ҡатнашып, ғафуриҙарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” федераль проектында уңышлы ҡатнашыуҙары менән ҡотланы.
Проектҡа ярашлы мәҙәниәт һарайын яңыртыуға 3 миллион һумдан ашыу грант бүленгәйне. Ошо аҡсаға кәрәк-яраҡ, актерҙар өсөн костюмдар, музыка ҡоралдары һатып алынды, сәхнәне яҡтыртыу ҡорамалдары монтажланды.
– Был район халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиға. “Берҙәм Рәсәй” партияһы тыуған яғының яҙмышы өсөн битараф булмағандарға артабан да ярҙам күрһәтәсәк, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.