Көндәр һыуыта18.12.2018
“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, киләһе тәүлектәрҙә республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. 18 декабрҙә һауа температураһы төндә 10 – 15, урыны менән 19 – 24, көндөҙ 5 – 10 градус һалҡын буласаҡ. 19 декабрҙә төндә 13 – 18, урыны менән 21 – 26, көндөҙ 10 – 15 градус һалҡын булыуы көтөлә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы юлда һаҡ булырға кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһағыҙ, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең берҙәм телефонына шылтыратығыҙ. Ҡала телефонынан – 01, кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға кәрәк. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм номеры – 112. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы телефоны: 8 (347) 233-99-99.



Вернуться назад