Исем үҙгәртеп, ҡасып ҡотола алмаған17.12.2018
Өфө ҡалаһындағы 36 йәшлек ирҙең балалары, кредит ойошмалары һәм һалым инспекцияһы алдында 1,6 миллион һум бурысы йыйылһа ла, унан түләттерә алмай ыҙалайҙар.

Бик йылғыр әҙәм булып сыға ул, оҫта итеп яуаплылыҡтан ҡаса. Һөҙөмтәлә, өс исем аҫтында йөрөгән ҡасҡалаҡҡа ҡарата 35 башҡарыу эше асылған. Шул иҫәптән уларҙың 28-ҙе кредит һәм һалым түләү буйынса башҡарыу эшенә ҡарай. Аҡса теле менән әйткәндә, 530 мең һумлыҡ бурыс йыйылған.
Тыуыу таныҡлығы буйынса ул әҙәм Фәнис Бәҙретдинов икән, аҙаҡ Айҙар Аллағолов булып киткән, әлеге мәлдә үҙен Марсель Авдеев тип йөрөтә. Ул бурыстарын түләмәҫ өсөн ошондай саралар күргән. 2012 йылдан бирле түләнмәгән бурыс иһә артҡандан-арта.

Телефоны яуап бирмәгәс, тартып алырлыҡ теркәлгән милеге булмағас, ирҙе эҙләүгә биргәндәр. Суд приставтары оператив саралар ваҡытында уның төрлө исемдәр аҫтында эҙ яҙлыҡтырып йөргәнен асыҡлаған да инде.

Мутлашыусы паспорт өҫтәленә сираттағы документ артынан килгән саҡта тотола. Суд ҡарары менән уны 10 тәүлеккә ҡулға алалар, шулай уҡ транспорт менән идара итеү хоҡуғынан да мәхрүм итәләр, сит илгә сығыуҙы ла тыялар.

Әгәр ҙә атай балалары алдында бурысын артабан да үтәмәһә, ул енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Әйткәндәй, йыл башынан республика суд приставтары 671 бурыслынан алимент түләттереүгә өлгәшкән.




Вернуться назад