Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 11 һәм 12 декабрҙә Сибай ҡалаһы халҡынан 112 телефонына төтөнгә һәм әсе еҫкә зарланып 74 мөрәжәғәт килә. Һауала көкөрт водороды миҡдарының артыуы теркәлә. Иҫке рудниктағы руда әселәнеүе, предприятиелар ҡалдығының һауаға сығарылыуы арҡаһында һауа бысрана һәм кешеләргә тын алыуы ауырлаша. Етмәһә, ҡалала елһеҙ көндәр тора.
Кисекмәҫтән төрлө саралар күрелгәс, хәл тотороҡлана. Һауаға даими анализ шуны күрһәтте, ти Фәрит Ғүмәров. Әле руда әселәнеү сығанаҡтарын балсыҡ-тупраҡ ҡатнашмаһы менән томалайҙар, һауаның составы тикшерелеп тора, тип хәбәр итәләр дәүләт комитетынан.
– Эште дауам итегеҙ. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Мәғлүмәт етешмәгәндә төрлө имеш-мимеш сыға ла инде, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.