Ҡосаҡлашып ҡына ултырып күҙҙәрен йомғандар...17.12.2018
Ошо ялда Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһындағы янғын тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Ут һүндереүселәр дүрт һәм өс йәшлек бәләкәй ике ҡыҙҙы креслола ҡосаҡлашып ултырған килеш тапҡан. Ә ике йәшлек малай стенаға һырынып, башын тас аҫтына йәшергән...

Хужабикә һәм уның әхирәте балаларын яңғыҙ ҡалдырып ҡунаҡҡа киткән була. Янғын залдан башлана, ә балалар иң төпкө бүлмәләге ҡаҙанлыҡҡа йәшеренә.

– Был – бик ҙур фажиғә. Сабыйҙар һәләк булды. Бер көн элек кенә өйгә комиссия килә, янғын һүндереүселәр ҡорамалдарҙы тикшерә.
Профилактика эшен көсәйтергә кәрәк, айырыуса имен булмаған ғаиләләр менән. Хакимиәт башлыҡтарын ошо мәсьәләгә ныҡлы иғтибар итеүен үтенәм, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.





Вернуться назад