Сүп-сарға хаҡ төшкән!17.12.2018
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн күп фатирлы йортта йәшәгән бер кеше 57—81 һум, шәхси торлаҡ халҡы 58—81 һум түләйәсәк. Оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев ошо турала белдерҙе.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу системаһы булмаған ауылдарҙа сүп-сар ситкә ҡапсыҡтарҙа сығарыласаҡ. Яңы йылдың икенсе кварталынан һәр биләмәлә ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылырға тейеш.

Ауылдарҙа ҡалдыҡты планға ярашлы даими сығарыу ойошторолғанға тиклем, хаҡтар урындағы халыҡ менән төбәк операторы араһындаға махсус килешеү менән көйләнәсәк. Сүп-сар сығарыуҙың ойошҡан системаһы булмаған ауылдарҙа халыҡ был хеҙмәт өсөн 2019 йылдың тәүге кварталында 35 һум самаһы түләйәсәк. Артабан хаҡ билдәләнгән дәүмәлгә еткәнсә квартал һайын артасаҡ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан буйынса ошо хеҙмәт өсөн уртаса хаҡ 70 һумдан, ауылдағылар өсөн 35 һумдан артмаҫҡа тейеш ине.


Вернуться назад