25 декабргә тиклем республикала алданған өлөшсөләр өсөн биш күп фатирлы яңы йорт тапшырылырға планлаштырыла. Бөгөнгә төбәктә 97 проблемалы йорт иҫәпләнә. Алданған өлөшсөләр реестрына 2700 кеше индерелгән һәм был һан артыуын дауам итә. Ағымдағы йылдың 11 айында ун бер йорт “проблемалы” исемлегенән төшөрөп ҡалдырылған. Улар Өфө районы, Өфө, Салауат һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. 674 кеше әллә ҡасандан көткән фатир асҡысын алыу бәхетенә өлгәшкән. 2019 йылда 64 күп фатирлы йортто төҙөп бөтөү планлаштырыла.
“Биш йорттоң тапшырылыуын ҙур уңыш тип әйтеп булмай, әммә боҙ ҡуҙғалды. Киләһе йылда 64 йортто сафҡа индереү – амбициоз бурыс. Әммә ҡайһы бер йорттар буйынса финанс схемалары һаман юҡ. Шуға күрә икенсе дүшәмбегә был еңел булмаған проблеманы хәл итеү өсөн финанс-иҡтисади механизмдарҙы әҙерләүҙе һорайым”, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.