"Аҡса" аяҡ аҫтында ята17.12.2018
Эйе-эйе, ҡайһы берәүҙәргә аҡса аяҡ аҫтында ята. Үрелеп алырға ғына йыбанма. Баш ҡалала йәшәгән 33 йәшлек ир ана шулай уйлай. Ул канализация ҡапҡастарын йәһәт кенә машинаһына тейәп ала ла, тейешле урынға алып барып, аҡсаға әйләндерә.

Күптән түгел торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре ике люктың юҡҡа сығыуы хаҡында хәбәр итә. Тиҙҙән Калинин районының юл-патруль инспекторҙары "Ниссан" автомобиленә иғтибар итә һәм тикшерергә була. Баҡтиһәң, сос ир ике ҡапҡасты һалып та алған.

Шик аҫтына алынған ирҙе полиция бүлегенә алып киләләр. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уғрыны ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү хаҡында хөкөм ҡарары сығарылыуы ихтимал.



Вернуться назад