Бөтәбеҙ ҙә ер-әсә ҡуйынынан яралғанбыҙ. Сәңгелдәктән төшкәс, ҡаҙ себештәре кеүек, беҙ ҙә бәпкә үләненә баҫып атлап киткәнбеҙ. Күптәребеҙҙең тәүге аҙымдары шулай башланған бит. Тик һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ һуҡмағы...
Әсәйҙәрҙең күкрәк һөтөн татып ҡарамағандар, уларҙың наҙын бөтөнләй тоймағандар ҙа йәшәй был донъяла. Әлбиттә, ҡуҡырайып, атай йортон сүпкә лә һанамаған, миһырбанһыҙ, атай-әсәйҙәрен йә иһә үҙен ҡараусылары хаҡында онотҡан, һауаланып йөрөгән бәндәләр ҙә бар әле. Миңә ул турала ваҡытлы матбуғатта ла, китаптарымда ла яҙырға насип булды. Венер Исхаҡовтың “Бында “артыҡ йәндәр” йәшәй” (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 20 апрель) тигән күңел тетрәткес мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Бигерәк тә йөрәкте телгеләгәне — Ғафури районының Ташбүкән ауылынан булған 80 йәшлек Сәрүәрә Һөйөндөкованың аяныслы яҙмышы.
Гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп үтәйек. Тормош иптәшен юғалтҡан Миңлейәр исемле ныҡыш кеше, алты балаһын атына ултыртып, Сәрүәрә апайҙы һоратып килә.
“Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙарҙы күргәс, күңелем тулышып китеп, риза булдым да ҡуйҙым, — ти Сәрүәрә апай. — Күрше-тирә, Сәрүәрә, ҡуй, йөрөмә, кеше балаһы һинеке буламы, тип әйткәйне лә ул, тыңламаным”.
Ә бит уйлап ҡараһаң, Сәрүәрә инәй ниндәй баһалап бөткөһөҙ изгелек эшләгән, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ күрһәткән. Ғүмер буйы алты баланы ғына түгел, ҡайныһын да ҡарай. Улай ғына ла түгел, балаларҙы тәрбиәләй, кеше итә, матур итеп туйҙар яһайҙар.
Сәрүәрә инәй шуға шатлана: бабайы һәйбәт кеше була, вафат булыуын ауыр кисерә, әлбиттә. Сит алты баланы үҙенеке итеп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән оло йөрәкле, сабыр әсәйгә ниндәй генә йылы һүҙ әйтһәң дә, ниндәй генә изгелек ҡылһаң да әҙҙер, моғайын. Уға һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Әллә ниндәй ҙур эш башҡармаһалар ҙа, оло балаларҙың береһе генә булһа ла хәлен белеп, ихлас һөйләшеп, күстәнәстәр килтереп китһә лә, Сәрүәрә инәй уларға күҙ йәштәре менән рәхмәт әйтер ине. Ниңә өлкәндәрҙең — әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың хәтерен ҡалдырабыҙ икән?! Ҡартлыҡ, беҙгә лә килер: таш бәғерле булмайыҡ. Онотмайыҡ уларҙың йылы ҡарашын, күңел йылыһын.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Бишбүләк районы.