Буш ваҡыттарҙа әҙәм балаһы ял итергә тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Унда һәр саҡ күңелле: ҡоштар һайрай, кәйеф күтәрелә. Ә бына Белорет урмансылығы етәксеһенә урманда ифрат та күңелле булған: бында уның усына япраҡ урынына аҡса ҡойолған.
Ул 2015 йылдың декабренән 2016 йылдың апреленә тиклем 885 кубометр ағасты ситкә осороуға ялған килешеү төҙөй һәм 590 мең һум күләмендә әжер ала. Бының өсөн хәле мөшкөлөрәк булған кешеләрҙе файҙалана. Күҙе аҡса тип тоноп, үҙенең ағас ҡырҡҡандарҙың эшен күҙәтергә форсаты ла булмай. Һөҙөмтәлә тегеләре ирәүәнләп урманды ҡырған ғына. Дәүләткә бөтәһе 14,5 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.
Тәртип һаҡсылары көтмәгәндә килеп ҡулына бығау кейҙергәс, етәксе иҫен юғалтҡан, имеш. Был хаҡта алдараҡ уйларға кәрәк ине шул. Еңел килгән аҡсаның икенсе яғы ла бар бит әле.