15 йәшлек әсәне кем ала?17.12.2018
Өфө ҡалаһынан 15 йәшлек Карина (исеме үҙгәртелде) бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнә. Һуңынан ҡыҙ биш йыл үҙен тәрбиәгә алған ғаиләлә йәшәй.

Һөйгәненән ауырға ҡалғас, егете унан баланы тапмауын үтенә. Шулай ҙа Карина сабыйына яҡты донъяны бүләк итә.

Ата-әсәһе, йәшәргә йорто, аҡсаһы ла булмаған йәш әсә әле ваҡытлыса социаль үҙәктә йәшәй. Әммә тиҙҙән уға бынан да китергә тура киләсәк. Артабан ҡайҙа барып баш төртөргә? Тап шуға ла әсә уның яҙмышына битараф булмағандарҙы бәләкәсе менән үҙҙәренә тәрбиәгә алыуын теләй. Юғиһә уның сабыйын балалар йортона оҙатыуҙары ихтимал.



Вернуться назад