Һамар ауылын ҡап икегә бүлеп аҡҡан Таналыҡ йылғаһы йыл һайын яҙ көнө ярҙарынан ташып, ауылды икегә бүлә. Һамарҙарҙың үҙҙәре әйтеүенсә, ауыл Уң һәм Һул яҡ ярға әйләнә. Бер яҡта клуб, китапхана һәм урыҫ зыяраты урынлашһа, икенсе ярҙа – магазин, мәктәп һәм башҡа кәрәкле объекттар.
Ауыл халҡының тормошо ла икегә бүленә. Хатта мәктәп коллективы яҙғы каникулды, һыу ташыу ваҡытына ҡарап, үҙҙәре билдәләгән. Ололарҙың һөйләүе буйынса, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатҡанда Таналыҡ аша алып сығыу ҙур проблемалар тыуҙырған.
– Ауыл халҡы был күперҙе оҙаҡ йылдар түҙемһеҙләнеп көттө, – ти район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов. – Ниһайәт, беҙ уларҙың хыялын тормошҡа ашырҙыҡ.
Күпер төҙөү эшен “Магистраль” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы эшселәре башҡара. Килешеүҙең дөйөм суммаһы 30 миллион һумдан ашыу тора.