Яҙыусы... дауаханала эшләй17.12.2018
Яҙыусы... дауаханала эшләй"Уның романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. „Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр йән“, „Әлфирә“, „Ағай-энеләр“ ише романдары менән проза донъяһы байыны, ҡотайҙы. Ринат Камалдың ғына уңышы түгел, ә тотош нәфис һүҙ сәнғәтенең ҡото, ырыҫы тип баһаланырға хаҡлы улар", - тип яҙҙы был әҙип хаҡында Рафаль Аҙнағолов.

Билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты бына бер йылдан ашыу дауаханала эшләй. Ҡарауылсы булып.

- Пенсия аҡсаһына ғына шөкөр итеп ятып булмай, - ти был хаҡта ул үҙе. - Ун йәшлек Сафура ҡыҙыбыҙҙы аяҡҡа баҫтыраһы бар. Эшем оҡшай. Ҡайһы берәүҙәр:"Яҙыусы Ринат Камалға оҡшап тораһығыҙ, әллә ағаһымы?" - тип һорай.

Тырыш кеше ҡайҙа ла тырыш инде. Әҙиптең яңы китаптарын көтөп ҡалабыҙ!


Вернуться назад