Башҡорт телен данланылар17.12.2018
Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип аталған сара уҙҙы. Унда район үҙәгендәге 1-се, 3-сө һәм 4-се мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.

Яңауыл районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин төбәктә йәмәғәт ойошмаһы тарафынан алып барылған эштәр, мәғариф идаралығы белгесе Гөлнара Миңдийәрова мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу торошо менән таныштырҙы.

Уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулланың, Рәми Ғариповтың, Кәтибә Кинйәбулатованың, Кәүсәриә Шафиҡованың шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе.
Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре сараға бағышлап “Данлайбыҙ һине, башҡорт теле!” тип аталған бай күргәҙмә әҙерләгән ине.



Вернуться назад