Киләһе йылдан бөтә йорт хайуандарына тамға һаласаҡтар. Улар тураһында яҙыу Теркәү һәм иҫәп буйынса берҙәм федераль мәғлүмәт системаһына индереләсәк. Был хайуандарға төрлө ауырыуҙарҙан прививка яһалғанмы-юҡмы икәнлеген белер өсөн эшләнә. Республиканың баш ветеринары Азат Йыһаншин ошо хаҡта белдерҙе.
Ҡотороу сиренә ҡаршы вакцинаны дәүләт ветеринария хеҙмәтендә һәр шаршамбы һәм шәмбелә иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гәсә эшләтергә була.