“Берҙәм Рәсәй” – дауаханала17.12.2018
Федоровка районының үҙәк дауаханаһы күптән түгел көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте: бында “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаларынан бер төркөм кеше килгәйне. Тик уларҙың береһенең дә сирләмәүе асыҡланды.

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең урындағы бүлексәһенең “халыҡ контроле” буйынса эш төркөмө һәм район хакимиәте ҡарамағындағы йәмәғәтселек советының был рейды шундай маҡсат ҡуйған икән: сираттар оҙон түгелме, сирлеләрҙән ялыу юҡмы? Ике ҡат буйлап үткәс, табип кабинеттары тирәһендә сират булмауы аысҡланды. Хирург-ортопед, офтальмолог, педиатр, гинеколог , стоматолог кабинеттары янында ауырыуҙар менән әңгәмә ваҡытында кешеләр бер нимәгә лә зарланмаған, дауахана эшенән ҡәнәғәт икәнлеген белдергән. Бер әсә әйтеүенсә, ул иртән телефон аша яҙылған, ә килеүенә карточканы әҙерләп тә ҡуйғандар. Регистратурала ике тәҙрә эшләй, бында сират ғәмәлдә юҡ.

Бер ҡатын ғына медик күҙәтеү үтеүҙең оҙаҡ булыуына ризаһыҙлыҡ белдергән. Баш табип Руслан Хәбибуллин был кәмселекте төҙәтергә һүҙ биргән.




Вернуться назад