Яҡташтары батырын онотмай24.05.2012
Баймаҡ ҡалаһындағы “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатовтың иҫтәлегенә арнап милли көрәш буйынса бәйге уҙғарылды.
Сара Баймаҡта йыл да үтә, унда спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса секциялары тәрбиәләнеүселәре һәм был спорт төрөн үҙ иткәндәр ҡатнаша.
Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы Учалы ҡалаһында 1996– 1998 йылғы үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса чемпион булған Таулыҡай егете Дим Ҡоланбаевҡа бирелде.
Спортсылар “Дарман” ансамбленең 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған сығышын ҡарағас, ҡунаҡтар һүҙ тотто.
— 2000 йылдың 8 авгусында “Курск” һыу аҫты кәмәһендә ҙур фажиғә булды. Ни тиһәң дә, моряктар үҙ бурысын ғүмерҙәренең һуңғы минутына тиклем тоғро үтәне. Шуға күрә лә улар барыбыҙ өсөн дә — рух ныҡлығы өлгөһө, — тине Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Хөрмәт Хәмитов. Ул шулай уҡ башҡорт халҡының тарихын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа саҡырҙы, ғәҙел көрәш, һәйбәт һөҙөмтә теләне.
Район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса бүлек мөдире Илшат Хәмитов, ярышта 17 команда, 170-тән ашыу спортсының ҡатнашыуы — яҡшы күрһәткес, тип белдерҙе. Әйткәндәй, районда “2008–2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы муниципаль районында милли спорт көрәшен үҫтереү” маҡсатлы программаһы эшләй. Илшат Нуриәхмәт улы йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә тренерҙарҙың эшен дә билдәләне.
Спортсылар ике келәмдә 25–65 килограмм һәм 65 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты.
Ярыштың абсолют чемпионы исеме Салауат Сәлиховҡа бирелде. Шулай уҡ алты йәшлек Илһам Әлибаев та билдәләнде.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Биш көрәшсе — Р. Солтанов (Юлыҡ ауылы), А. Дәүләтов (Сыңғыҙ), И. Сәлихов (Ниғәмәт), Т. Ғәлин (Сибай ҡалаһы), В. Мамыкиндарға (Аҡморон) Әбделмалик Ишморатов ғаиләһе әҙерләгән махсус бүләк тапшырылды.
Илшат ВӘЛИТОВ,
балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә
эше буйынса урынбаҫары.
Баймаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад