Иң һылыу ҡыҙ кем?17.12.2018
Мәләүез районының Ергән күп функциялы ауыл клубында “Ауыл һылыуы-2018” матурлыҡ конкурсы уҙғарылған. Унда 16 йәштән 24 йәшкә тиклемге ете ҡыҙ ҡатнашҡан.

Конкурсты бер нисә этапта үткәргәндәр: «Визит карточкаһы», «Ижади конкурс», «Дефиле», «Яратҡан шөғөл күргәҙмәһе», «Эрудиция». Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Ергәндән Фаягөл Тайкина һылыуҡайҙар конкурсында гран-при алған һәм Нурсилә Ишдәүләтованың матурлыҡ салоны сертификатына лайыҡ булған. Беренсе урын һәм сертификат – Рүзилә Мөхәмәтшинала (Боһорман), икенсе урын һәм сертификат – Зөһрә Хөсәйеновала (Корнеевка), өсөнсө урын һәм сертификат – Ульяна Сербинала (Нордовка).




Вернуться назад