Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның урынбаҫарҙары, учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәре Күгәрсен ауыл биләмәһенә ҡараған төбәктә халыҡ менән осрашҡан.
Улар Үрге Мөрсәләй, Үрге Сирбай, Етебулаҡ, Семиречье һәм Күгәрсен ауылдарындағы социаль учреждениеларҙа булған. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Етебулаҡ һәм Семиречье халҡы район үҙәгенә хәтлем автобус йөрөүен, мәктәп уҡыусылары өсөн туҡталыш булдырыуҙы, газ үткәреү мәсьәләһен хәл итеүҙе һорай. Күгәрсен ауылында йәшәгәндәр сымһыҙ элемтә һәм интернет эшен яҡшыртыуҙы үтенә. Мәҙәниәт учреждениелараның барыһына ла ремонт кәрәк.
Ғайса Янбаев граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса ла ҡабул итте.