Ҡыш бабайҙар яуы килә...17.12.2018
25 декабрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында Ҡыш бабайҙар парады уҙа. Улар 400-ләп йыйылыр тип күҙаллана.

Тәүҙә баш Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында төп шыршы майҙансығын асыу планлаштырыла. Барабансылар һәм оркестр сығышы көтөлә. Артабан ҡышҡы уйындар башланасаҡ.

Парад 16 сәғәт 30 минутта була, ә сара үҙе 18 сәғәттә старт ала.



Вернуться назад