Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Венера Айытҡолова – бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған абруйлы уҡытыусы. Оҙаҡ йылдар ошо райондың Урғаҙа урта мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбәте серҙәрен төшөндөрә, ә хаҡлы ялға Иҫке Сибай мәктәбенән сыға.
Венера Сабир ҡыҙы баҫма матбуғатҡа, китап һүҙенә оло һөйөү һәм ихтирам менән ҡараған ғаиләлә тәрбиәләнә. “Өләсәйем 94 йәшендә мәрхүмә булды. Олоғайған көнөндә лә гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡыны. Почта килеү менән: “Миңә “Башҡортостан”ды бирегеҙ”, – тип ултырыр ине. Ғаилә ҡороп, башҡаланғас, ғүмер буйы милли баҫмаларҙы күпләп алдырҙым, шул иҫәптән “Башҡортостан”ға ла иң тәүгеләрҙән булып яҙыла киләм. Бер йылы сығым аҙыраҡ булһын тип, “Башҡортостан-Йома”ны ғына алдырырға ҡарар иттем. Ниҙер етмәгән кеүек, гәзиттең тулы вариантын уҡығым килә, башҡаса был хатамды ҡабатламаным”, – ти мәғариф ветераны.
Венера Сабир ҡыҙының яратҡан шөғөлдәренең береһе – кроссворд һәм сканворд сисеү. Әле күптән түгел ул гәзитебеҙҙең 135-се һанында баҫылған сканвордта йәшерелгән серһүҙҙе иң тәүге булып табып, билдәле йырсы Сәйет Билалов әҙерләгән үҙенсәлекле бүләккә – сәй йыйылмаһына лайыҡ булды. Бүләген алырға килгәнендә киләһе йылға “Башҡортостан”ға яҙылған тоғро дуҫыбыҙға дини календарь ҙа тапшырылды.
Венера Айытҡолова кеүек рухлы, әүҙем уҡыусыларыбыҙ барында беҙгә лә эшләүе күңелле.