Өс бала һәләк булған16.12.2018
Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған. Ошо сәбәпле республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр начальнигы Марат Латипов, Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа фажиғә урынына барып, килеп сыҡҡан хәлде аныҡларға ҡушты. Һуңынан һәр кем күрелгән саралар буйынса республика етәксеһенә яуап бирҙе.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышы үтте.

- Унда янғында балаларҙың үлеү осраҡтарын профилактикалау, яуаплы ведомство етәкселәренең бәлә-ҡазаларҙы булдырмау хаҡында саралар үткәреү, балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре менән аңлатыу эше алып барыу хаҡында сығыштары тыңланды, - тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.





Вернуться назад