Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған. Ҡотҡарыусылар фажиғә урынында тереләй янған өс бала мәйетен тапҡан.
Урындағы тикшереү комитеты был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, янғын мәлендә өйҙә сабыйҙар үҙҙәре генә булған. Ә әсәй тейешле кеше был ваҡытта әшнәләре менән күңел асҡан.