Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр16.12.2018
Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға ғына ҡала. Башгидрометүҙәк республикала ҡарға ҡытлыҡ хаҡында хәбәр итә.

Республикала декабрҙең тәүге ун көнлөгөндә яуым норманан ни бары ете процент тәшкил иткән. Көньяҡ Урал райондарында бөтөнләй юҡ тиерлек. Ғәҙәттә, был осорҙа ҡар ҡатламы 7 -30 сантиметр булһа, әле ул ни бары 4 - 23 сантиметр тәшкил итә.

Алдағы көндәрҙә лә ҡарҙың күп яуыуы көтөлмәй. Уның ҡарауы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхәт инде. Урамдарҙы ҡарҙан таҙартып хитланаһы түгел.



Вернуться назад