Иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала дауахананы яптылар. Бынан биш йыл элек булды был хәл. Унан дарыухана ишегенә лә ат башындай йоҙаҡ элделәр. Бына шулай хәстәрләнеләр бөйөк шағир Мәжит Ғафури тыуған районда халыҡтың һаулығын.
Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов район халҡының хәлен белергә сыҡты.
Ҡунаҡтар тәүҙә Еҙем-Ҡаран ауыл дауаханаһы (амбулатория) менән танышҡас, Сәйетбаба стационарына юл тотто. Бында проблема бар - капиталь ремонт талап ителә. Етәкселәр юл ыңғайы Уҫман, Бурлы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының да хәлен белеште. Артабан Табын стационарына һуғылып, сәфәрҙе Красноусол үҙәк дауаханаһында тамамланылар.
Ауыл халҡы: "Бығаса былай килеп йөрөгәндәре юҡ ине, кәйеф күтәрелеп ҡалды, рәхмәт инде", - тип ҡыуанып бөтә алмай.
"Проблемалар күп. Беҙ уларҙы ҡунаҡтарға еткерҙек. Халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн артабан эшләйәсәкбеҙ", - ти үҙенең сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Фото: