Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк16.12.2018
- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй башланы. Алдағы алты йылда бөтә 26 мең подъезд тулыһынса йүнәтелергә тейеш, - тине Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһы халҡы менән аралашҡанда.

Етәксе әйтеүенсә, йылына подъездарҙың 18 проценты ремонтланасаҡ, электр сымдары, тәҙрәләр яңыртыласаҡ, энергия һаҡлай торған лампалар ҡуйыласаҡ. Бының өсөн ҡаҙнаға аҡса һалынған.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ ихаталарҙы төҙөкләндереү, машиналарҙы ҡуйыу тәртибе, балалар майҙансыҡтары хаҡында ла һөйләп, тиҙҙән был юҫыҡта тәртип урынлаштырыласағы хаҡында белдерҙе.

- Киләһе йыл яҙ ихаталарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эш башланасаҡ, сөнки был да барлыҡ ҡалаларҙың ҙур бәләһе. Бөтә соҡорҙар иҫәпкә алынасаҡ, бының өсөн етәксе яуап тота. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн өс-дүрт көн ваҡыт биреләсәк, - тине Радий Фәрит улы.


Вернуться назад