Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты.
Төҙөлөш 2015 йылда башланған. Ул "Республиканың 100 йыллығына - 100 объект" исемлегенә ингән. Комплекс трибунаһы 600 урынға иҫәпләнгән. Бында хоккей, фигуралы шыуыу, боҙ шоуҙары менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Дөйөм хаҡы 334 миллион һум тәшкил иткән боҙ һарайына барлыҡ сығымды "Башнефть" компанияһы бүлгән.
- Күмертау миңә күптән таныш, университетта уҡығанда бында студенттарҙың төҙөлөш отрядында эшләнем. Яҡшы боҙ һарайы төҙөлгән. Байрамға буш ҡул менән йөрөмәйҙәр. Мин һеҙҙең ҡалаға яңы стадион бүләк итергә булдым, - тине төбәк етәксеһе.
Радий Фәрит улы "Сапсан" хоккей командаһына ярыштарға йөрөр өсөн уңайлы автобус инселәне. Ә башҡорт хоккейы легендаһы Рәшит Ғимаев яуап итеп Радий Хәбировҡа сәкән тапшырҙы.