Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы15.12.2018
Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға әүерелде.

Ун йәшлек Маргарита Ишемова төбәк етәксеһен һәм барлыҡ ҡунаҡтарҙы балалар йорто менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, ҡыҙыҡай 7 декабрҙә дуҫтары менән Башҡортостан етәкселегендә ҡунаҡта булған икән. Унда Радий Фәрит улы үҙе лә уларға ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә биргән.

Радий Хәбиров Петровскийҙа балалар менән Яңы йыл тамашаһын ҡараны. Хушлашыр алдынан:

- Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым, яҡшы уҡығыҙ, май айында һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырам. Үҙем автобус ебәрәм, - тине ул.




Вернуться назад