Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб балалар технопаркында булды.
Ул 1 декабрҙә асылғайны. Технопаркты төҙөү өсөн 30 миллион һум аҡса тотонолған. Уның 13 миллионын ҡала хакимиәте бүлһә, һигеҙ миллиондан күберәген "Рәсәй вертолеттары" холдингы биргән. Ә туғыҙ миллион һумы - республика Хөкүмәтенән алынған грант.
Балалар үҙәге директоры Алексей Докукин бында балалар үҙенсәлекле белем алыуы, станоктарҙа, робот техникалары программалауы һәм төҙөүе хаҡында һөйләне. Уҡыусылар иһә Радий Хәбировты үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.