Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни бары ике табип - участка педиатры һәм терапевт эшләй.
- Һеҙҙә теште ҡайҙа дауалайҙар? Йәки күҙҙе тикшерергә, берәйһенең йәрәхәтен тегергә булһа, ҡайҙа барырға? Ишембай йырағыраҡ, балалар өсөн булһа ла белгестәр проблемаһын хәл итергә кәрәк, - тине Радий Фәрит улы район хакимиәте башлығына.
Баҡтиһәң, был бина 1971 йылда уҡ төҙөлгән. Әле ни бары һигеҙ карауат-урын ҡалған.
- Киләһе аҙнала нимә эшләргә кәрәклеген билдәләү өсөн һаулыҡ һаҡлау министры килер. 2019 йылда бында ремонт башланырға тейеш, - тине Башҡортостан етәксеһе.