Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке15.12.2018
Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды. Күршеләге Әрмет-Рәхим ауылы мәсете имам-хатибы Флүр Дәминов ауылға газ үткәреүҙә ярҙам итеүен үтенде.

- Беҙҙең ауылда газ булһа ла, дүрт урам халҡы өйҙәрен электр уты менән йылтырға мәжбүр, - тине ул. - Был бик ҡыйбат, һигеҙ мең һум түләргә тура килә. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа ут һүнә.


Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, бының өсөн проект кәрәк, был аҙ тигәндә ярты йыл ваҡытты ала, тине.
- Кәрәкле документтарҙы әҙерләгеҙ, республика ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фельдшер ике ауыл халҡын хеҙмәтләндереү сәбәпле, проблемалар бар, мәктәп тә иҫкергән. Радий Фәрит улы район хакимиәте башлығына табип ярҙамы мәсьәләһен, шулай уҡ ауыл халҡын йыйып, белем усағының артабанғы яҙмышын хәл итергә ҡушты.



Вернуться назад