Ярай әле кешеләр булмаған15.12.2018
Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән.

"Скания" автомобиле Рафиҡов урамы буйлап Ҡарлыман ауылына китеп барған. Киҫкен боролошта шофер, идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан сығып китә һәм, тимерҙән эшләнгән ҡойманы емереп, йортҡа барып бәрелә.

Берәүҙәр йөк машинаһының тормозы тотмаған тип фаразлаһа, икенселәр, был урында авария беренсе тапҡыр түгел, юлға махсус ҡоролма-кәртә ҡуйырға кәрәк тигән ҡарашта.

Ярай әле машина юлында кешеләр булмаған.





Вернуться назад