Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге15.12.2018
Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты.

Был биҫтә йәш әле. Ер участкалары башлыса балалы ғаиләләргә бирелгән. Бөгөн бында өс ҡатлы ике, 48 шәхси йорт бар. Яҡынса 1600 кеше йәшәй.

- 2012 йылдан бирле урындағы власть вәкилдәренән йәйәүлеләр өсөн тротуар булдырыуҙы һорайбыҙ, сөнки балаларыбыҙ юл ситенән йөрөргә мәжбүр, был беҙҙе бик хәүефләндерә. Балалар икенсе сменала уҡый, ҡалала табиптарға эләгеүе ҡыйын, белгестәргә сират ҙур. Шуға ла түләүле поликлиникаларға йөрөргә мәжбүрбеҙ. Йәнә газ юҡ, - тип үҙҙәренең аһ-зары менән уртаҡлашты бында йәшәүселәр.
Радий Фәрит улы бында киләһе йыл газ үткәреләсәген белдерҙе.


- Газ буласаҡ, тротуар мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге. Урындағы власть был проблеманы хәл итергә тейеш, - тине ул.


Вернуться назад