"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"15.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман" предприятиеһында булды.

Был ойошма 90-сы йыл баштарында барлыҡҡа килә. Бында кран-манипуляторҙар һәм уның өсөн йыһаздар етештерәләр. Бөгөн Австрияның PALFINGER концернына ҡараған "Инман"да яңы етештереү майҙансығы 2015 йылда сафҡа индерелде.

Предприятие етәкселеге Радий Фәрит улын эш шарттары менән таныштырҙы, бөгөн заманса ҡорамалдар ҡуйылыуы, бының өсөн Австрия вәкилдәре 14 миллион евронан ашыу инвестиция һалыуы хаҡында һөйләне. "Инман"да етештерелгән техниканы Евросоюз, АҠШ, Канада ихлас һатып ала.
Завод эшселәре үҙҙәренең эшенән ҡәнәғәт.

- Бөгөн предприятиела яҡшы станоктарҙа, уңайлы шарттарҙа эшләйбеҙ. Айына уртаса 30 мең һум самаһы хеҙмәт хаҡы алабыҙ, социаль яҡлауҙар бар. Иң мөһиме - беҙ яҡындарыбыҙ янында. Ғаиләне ҡалдырып, ситкә эшкә китергә кәрәкмәй, - тине предприятие эшселәре.





Вернуться назад