Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй. 70 йыл эсендә бында тиҫтәләрсә мең сабый тыуған, һуңғы тәүлектә ҡаланың тағы бер йәш гражданы доъяға килгән.
- Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто төҙөләсәк. Иң мөһиме - һеҙ үҙегеҙ һәм сабыйҙарығыҙ һау булһын, уларҙы күберәк табығыҙ, - тине Радий Хәбиров учреждение бинаһында буласаҡ әсәләр менән осрашҡанда. Уның әйтеүенсә, Ишембайҙа һуңғы йылдарҙа иҡтисад аҡһай, халыҡтың кәйефе төшкән. Хәҙер ҡала финанс ярҙамы аласаҡ.
- Әммә республикала тыуымды арттырырға кәрәк, был юҫыҡта күрше төбәктәрҙән ҡалышабыҙ. Мине сабыйҙар үлеме һанының үҫеүе борсой. Мин заманса балалар поликлиникалары төҙөр кәрәк, шулай уҡ бала табыу йорттарында буласаҡ әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кәрәк тип һанайым, - тине Радий Фәрит улы.