Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең тыуған, уҡыған һәм хеҙмәт юлын башлаған Ишембай районы буйлап сәфәр ҡыла. Ул бында Ишембай ҡалаһының Кузьминовка биҫтәһе халҡы менән осрашты, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белеште.
Кешеләр һыу һәм газ юҡлыҡҡа зарланды. Юғиһә йорттарҙы электр менән йылытыуға айына 15 мең һум аҡса китә икән. Был биҫтәлә ер участкалары башлыса күп балалы ғаиләләргә бирелгән.
Радий Фәрит улы киләһе йылдың көҙөнә һыу менән газ үткәреү проблемаһын хәл итергә вәғәҙә бирҙе һәм шунда уҡ район хакимиәте башлығы Марат Ғайсинға юлдарға ҡырсын түшәргә ҡушты. Шулай уҡ биҫтә халҡынан транспорт бәйләнеше һәм медицина ярҙамы сифаты тураһында һорашты. Был проблемалар ҙа яйлап хәл ителер тигән ышаныс белдерҙе.