Рөстәм Хәмитов эш башланы14.12.2018
Рөстәм Хәмитов эш башланыБашҡортостандың элекке етәксеһе Рөстәм Хәмитовты “Башнефть” йәмғиәтенең Директорҙар советына һайланылар. Йәмғиәт акционерҙарының 14 декабрҙә үткән сираттан тыш дөйөм йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Директорҙар советына шулай уҡ Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов инде. Әүәлге министр Евгений Гурьев менән элекке вице-премьер Фәрхәт Самедов совет составынан сығарылды.

Әйткәндәй, “Башнефть” акцияларының 69,3 процентына – “Роснефть”, 25,79 процентына – Башҡортостан, ҡалғанына миноритарийҙар эйә.



Вернуться назад